+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ноябрь , 15:35

Үҙ улының ҡулынан үлгән

Оло йәштәге инәй “Тиҙ ярҙам” һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә шылтыратып, адресын ғына әйтеп өлгөрә.

Үҙ улының ҡулынан үлгән

Был ҡот осҡос хәл Салауатта була. 82 йәшлек ҡарсыҡты үҙ улы үлтерә.

Оло йәштәге инәй “Тиҙ ярҙам” һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә шылтыратып, адресын ғына әйтеп өлгөрә. Ә медицина хеҙмәткәрҙәренә улының аңлашылмаған хәлдә булып, үҙенең нимә эшләгәнен белмәүен һөйләй.

Саҡырыу буйынса килгән “Тиҙ ярҙам”ға ла, полицияға ла ишек асыусы булмай. Хоҡуҡ һаҡсылары ҡотҡарыусыларҙы саҡыртып, ишекте астыра. Йортта ҡулына бысаҡ тотҡан ирҙе ҡоралһыҙландырырға һәм ҡулға алырға тура килә. Өлкән йәштәге ҡатын бысаҡ сәнсеү йәрәхәтенән йән биргән була. Әле был енәйәт эшен тикшереү дауам итә.


Фото: Т. Аманов

 

Автор:Гөлнара Солтанова