+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ноябрь , 15:43

Сертифактты бер йылға

Коронавирус менән ауырыға бәйле сертификат бер йылға бирелеүе мөмкин.

Сертифактты бер йылға

 Вице-премьер Татьяна Голикова ковид менән ауырыған кешегә бирелгән сертификаттың ваҡытын ике тапҡырға – алты айҙан  бер йылға тиклем оҙайтырға тәҡдим иткән. Президент  Владимир Путин был тәҡдимде хуплаған.

Был яңылыҡ әле бирелгән сертификаттарға ҡағылырмы, әллә алда биреләсәктәренә генәме – әлегә билдәһеҙ.

Ревакциналауҙы элеккесә ярты йыл һайын үтергә тәҡдим итәләр.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина