+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ноябрь , 15:17

Әсәһен үлтергән...

24 ноябрҙә төнгө сәғәт икелә Салауат ҡалаһының эске эштәр бүлегенә берҙәм диспетчер хеҙмәтенән хәбәр килә: 82 йәшлек ҡатын үҙенең исем-шәрифен һәм адресын ғына әйткән була. Яҡындағы патруль кисекмәҫтән шул адрес буйынса ебәрелә.

Әсәһен үлтергән...

Полиция хеҙмәткәрҙәре адрес буйынса килгәс, ишек төбөндә "Тиҙ ярҙам" фельдшерҙарына тап була - уларҙы ла улының ярһыуына зарланған ҡатын саҡырған була.

Фатирҙан тын-тауыш ишетелмәй, ишекте асыусы булмай. Полиция хеҙмәткәрҙәре МЧС егеттәрен саҡырып, ишекте астыра. Фатир эсендә уларҙы бысаҡ тотҡан ир ҡаршы ала. Ирҙе ҡоралһыҙландырғас, балконда оло йәштәге ҡатындың мәйетен табалар. Әлеге ваҡытта тикшереү - ирҙең ни өсөн үҙ әсәһен бысаҡ менән сәнсеп үлтергәнен асыҡлау бара.

Ә бит быға тиклем ыҙғышҡандары ла беленмәгән...

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова