+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ноябрь , 15:22

Ололарға вакцина эшләтеүгә бөтә шарттар булдырыла

Башҡортостанда 65  йәштән ололар өсөн махсус вакциналау пункттары  үҙенең эшен дауам итә. 

Ололарға вакцина эшләтеүгә бөтә шарттар булдырыла

  Улар “Берҙәм Рәсәй” партияһының  “Ололар тураһында хәстәрлек” акцияһы сиктәрендә  октябрь аҙағынан эшләй башланы.  Ошо ваҡыт эсендә уларҙа  5669  кеше прививка эшләткән.   

Айырым пункттар булдырыуҙың төп маҡсаты –  ололарға прививка эшләтеү өсөн мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырыу.   Сөнки сир сигенергә уйламай һәм айырыуса ололар өсөн хәүефле.    

Бөтәһе әлеге көнгә республикала 53 ошондай пункт асылған.  Уларҙа аҙна һайын “Сәләмәт кесе аҙна” акцияһы үтә. Унда медицина өлкәһендәге белгестәр ололарға лекциялар уҡый, шулай уҡ  медицина техникаһы отоу мөмкинлеге бар.   Бынан тыш, оло йәштәге граждандарҙы шәхси һаҡланыу һәм гигиена саралары  менән тәьмин итәләр.

 Республиканың һәр ҡалаһында һәм районында тиерлек бындай пункттар бар.  Мәҫәлән, Ҡалтасы ауылында ул “Вера” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү ойошмаһы үҙәгендә урынлашҡан.  Килгән һәр кешене Ҡалтасы үҙәк район дауаханаһының терапевы  ҡарай. Табип рөхсәт биргәндән һуң, ололарға вакцина яһала.  Республиканың башҡа пункттарында ла ошондай уҡ схема буйынса эшләйҙәр.

Вакциналауға “Берҙәм Рәсәй” партияһының колл-үҙәге аша 8-800-201-89-03 телефоны буйынса  яҙылырға мөмкин. Иртәнге  сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем  бушлай шылтыратырға була.  Вакциналау пункттары көн һайын эшләй.

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина