+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ноябрь , 19:25

Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Көнкүреш техникаһы дефицит булған замандар үтте хәҙер. Автомат кер йыуыу машиналары хәҙер ауылда өйҙәренә һыу үткән өйҙә һәр хужабикәнеке бар.  Тәүге тапҡыр был техниканы алырға йыйынғандар ниндәйҙәрен һайларға белмәй. Түбәндәге кәңәштәр һеҙгә ярҙам итер, моғайын.  

Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Иң тәүҙә машинаның автоматик блокировкаһы бармы- юҡмы икәнлегенә  иғтибар итегеҙ. Әгәр ҙә бындай яйланма юҡ икән, өйҙәге бәләкәй балалар уны һыу тултырылып эшләп торғанында аса алалар.

Йортоғоҙҙа урын тар булһа, вертикаль кер йыуыу машинаһына өҫтөнлөк бирегеҙ.

Күп фатирҙарҙа һыуға счетчиктар ҡуйылған. Машина кер йыуғанда һыу күләмен күпме ҡулланғаны менән дә ҡыҙыҡһынығыҙ. Һыу аҙыраҡ китһә, шул тиклем яҡшыраҡ.

Кер һала торған бактар тутыҡмай торған тимерҙән һәм  пластиктан эшләнә. Белгестәр фекеренсә, тимер оҙаҡҡа сыҙай.

 Һыу температураһын көйләп булған автомат кер йыуыу машинаһы яҡшыраҡ.  Трикотаж керҙе йыуыу өсөн , мәҫәлән, үтә эҫе һыу ярамай.

Иң төп параметрҙарҙың береһе- керҙең һыйҙырышлығы. Әгәр ҙә ғаиләгеҙ ҙур түгел икән, 3,5-4 кг, ҙур ғаилә икән 5  килолығы ла ҡулай.

Барабандың минутына нисә мәртәбә әйләнеүенә лә иғтибар итегеҙ. Әйләнеү тиҙлеге ҙур икән, йыуған әйберҙәр ҙә тиҙерәк туҙасаҡ. Алтын уртаҡлыҡты һайлағыҙ.

Тауыш, энергияны ҡулланыу кимәлен дә билдәләгән параметрҙар бар. Автомат кер йыуыу машинаһы һайлағанда таныштарығыҙҙың кәңәшенә лә ҡолаҡ һалырға онотмағыҙ!

Техника ватылмаһын тиһәгеҙ

Кер йыуыу машинаһы өҙөклөктәр менән эшләй башлаһа йәки бөтөнләй туҡтап ҡалһа, нимә эшләргә? Ҡул менән кер йыуыуҙы онотҡан хужабикәләрҙе ҡурҡытҡан һорауҙарҙың береһе был. Автоматығыҙ эшләмәй икән, иң элек аҫҡы мөйөштә урынлашҡан һыу ағыҙыу насосы асып ҡарарға кәрәк. Насосты хужабикә үҙе лә таҙарта ала.

 Техника ла әҙәм балаһы кеүек – ҡарағанды, тәрбиәләгәнде ярата. Иң эле йыуырға һалғансы, барлыҡ кейемдәрҙең дә кеҫәләрен бер ҡат тикшереп сығығыҙ. Машинаға керҙе тыңҡыслап тултырмағыҙ. Уны ярым буш йәки бөтөнләй буш эшләтергә лә була. Әммә керҙе күбәләй өйөп һалып йыуырға ярамай. Ғәҙәттә, машина шул сәбәпле ватыла ла инде. Хужабикәләрҙең күбеһе автомат машинаны деталдәренә ултырған юшҡын бөтөрә тип һанай. Тик йомшаҡ һыуҙан юшҡын ултыртмауын иҫтә тоторға кәрәк. Ҡалалғы торба һыуынан юшҡын барлыҡҡа килмәй, сөнки ул зарарһыҙландырғыс матдәләр ҡушылыу сәбәпле, ҡаты булла алмай. Техникаға өс йәштән артығыраҡ булып, һеҙ йәшәй торған төбәктең һыуы ҡаты икән, юшҡын тураһында уйларға кәрәк, әлбиттә. Тик уға ҡаршы һис тә лимон кислотаһы йәки аш һеркәһе менән көрәшергә ярамай. Был маҡсатта бары тик махсус порошоктар ғына ҡулланығыҙ. Кер таптарын ҡул менән таҙартып бөтөргәндән һуң ғына машинаға һалырға кәрәклеген онотмағыҙ. Машинаны ла таҙа тоторға кәрәк. Кер йыуылып бөткәс, уны яҡшылап елләтегеҙ, барабаны кибергә тейеш.

 Йәшел үлән таптарын аш һеркәһе йәки сәй содаһы ярҙамында кәметеп була. Һеркә йәки соданы тапҡа тейҙереп, бер сәғәт тотҡас, машинаға һалаһың да, шуның менән йыуаһың. Бысраҡ джинсы салбарҙы тоҙ һалып йыуһаң яҡшы. Ул асыҡ төҫкә инеп китәсәк.

Фото:cleanadvice.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина