+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ноябрь , 16:21

Үҫмерҙәр өсөн вакцина

РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 йәштән 17 йәшкә тиклем  үҫмерҙәр өсөн коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны теркәне.

Үҫмерҙәр өсөн вакцина

 

 Был хаҡта Владимир Путин үткәргән кәңәшмәлә Татьяна Голикова хәбәр итте.

“Спутник М”  (рәсми атамаһы “Гам-Ковид-Вак М”) – киң билдәле “Спутник V” вакцинаһының бер төрө. Тик уның концентарцияһы биш тапҡырға кәмерәк. Балалар өсөн уны тағы 10 тапҡырға кәметергә уйлайҙар.

“Спутник М”   вакцинаһы менән прививкалау ике этапта үткәрелә. Икенсе компоненты 21 көндән һуң эшләнә.

Препарат әлегә  клиник һынауҙың өсөнсө фазаһын үтә. Мәскәүҙә үткәрелгән һынауҙар вакцинаның  хәүефһеҙлеген иҫбатланы.

 Унда 3000 үҫмер ҡатнашырға тейеш: 2400-ө вакцина ала, 600-ө – плацебо.  Вакцина медицина учреждениеларына декабрь аҙағына  килтереләсәк  тип күҙаллана.

15 йәшкә тиклемге үҫмерҙәрҙе вакциналау өсөн  ата-әсәһенең йәки законлы вәкиленең рөхсәте талап ителә. 15 йәштән һуң теләге булған һәр кем үҙе вакцина эшләтеүҙе хәл итә ала.   

Владимир Путин әйтеүенсә, бәлиғ булмағандар өсөн  прививка ирекле булырға тейеш. Ул Хөкүмәткә  ике йәше тулған  балаларға ла прививка әҙерләү өсөн финанслауҙы башларға ҡушты.

Башҡа илдәрҙә, атап әйткәндә, Америка менән Израилдә, үҫмерҙәрҙе коронавирустан прививкалай башлағандар  ҙа инде. Унда 5 йәштән алып 11 йәшкә тиклемге балаларға прививка эшләйҙәр.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина