+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ноябрь , 22:38

Кузбаста ҡот осҡос фажиғә!

Шахтала тиҫтәләрсә кешенең ғүмере өҙөлгән. Радий Хәбиров өлкә губернаторына ҡайғы уртаҡлашыу хаты юлланы.

Кузбаста ҡот осҡос фажиғә!

Бөгөн иртән Рәсәй халҡын Кемеров өлкәһендә теркәлгән ҡурҡыныс фажиғә тетрәндерҙе. Иртәнге сәғәттәрҙә Кузбастағы «Листвяжная» күмер шахтаһында 250 метр тәрәнлектә вентиляцион штрек шартлай һәм көслө янғын сыға. Әлегәсә ҡотҡарыу эштәре дауам итә. Фажиғә һөҙөмтәһендә 11 эшсенең ғүмере өҙөлә, ҡырҡтан ашыуының зыян күреүе билдәле.   

«Республикабыҙҙың барлыҡ халҡы исеменән «Листвяжная» шахтаһында эшселәр һәләк булыу сәбәпле, ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам. Был фажиғә беҙҙең йөрәктәрҙе тетрәндерҙе.

Беҙ Кузбасс халҡы менән бергә ҡайғырабыҙ. Һәләк булғандарҙың туғандары һәм яҡындарына рухи көс һәм сабырлыҡ, зыян күреүселәрҙең тиҙерәк һауығыуын теләйем», - тиелә Башҡортостан Башлығының хатында.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов