Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ноябрь 2021, 15:46

Баймаҡ районында 200-ҙән ашыу мал юҡ ителгән!

Эре малға ҡурҡыныс сир янай, карантин иғлан ителде, тип хәбәр итә муниципалитет башлығы Фәнис Әминев.

Баймаҡ районында 200-ҙән ашыу мал юҡ ителгән!
Баймаҡ районында 200-ҙән ашыу мал юҡ ителгән!

Моҡас ауыл биләмәһенә ҡараған 1-се Төркмән ауылында эре малда йоғошло дерматит ауырыуы билдәләре асыҡланған. Атап әйткәндә, 17 шәхси хужалыҡта 124 баш һәм ике крәҫтиән-фермер хужалығында 76 баш малда сир билдәләре күҙәтелгән. Малдарҙың барыһы ла юҡ ителгән, ҡалғандарына хәүеф янамай.

«Бөгөн беҙ сир таралған ауылдарҙа халыҡ менән осраштыҡ, белгестәр уларҙың һорауҙарына яуап ҡайтарҙы. Кешенең күҙ төбәп торған малы сирләй, шуға күрә был проблема күптәрҙе борсой. Сирҙе бөтөрөү һәм иҫкәртеү маҡсатында тораҡ пункттарға карантин посы ҡуйылды. Карантин 3-4 аҙнаға индерелде, әлегә хәл-торошто күҙәбәтеҙ. Иртәгә беҙгә вакцина килтерелергә тейеш, ул 15 саҡрым радиустағы барлыҡ малдарға ла эшләнәсәк. Яҡынса һигеҙ ауыл. Әлбиттә, 2021 йыл ауыл хужалығы өсөн еңелдән булманы: саранча, ебәк күбәләге, ҡоролоҡ миктәтте, һуңынан урман янғындары килеп өҫтәлде. Әлеге проблеманы иһә тиҙ арала юҡ итербеҙ тип ышанам», - тип белдерә район башлығының беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов.

Сирҙең билдәләре: биҙгәк тотоу, ауырлыҡ юғалтыу, тире аҫты күҙәнәклектең һәм эске ағзаларҙың шешенеүе, тирелә һәм эске органдарҙа төйөрҙәрҙең барлыҡҡа килеүе, күҙҙең, тын юлының лайлалы тиресәләре шешеүе.

Муниципалитет башлығы киләһе ҡағиҙәләрҙе үтәүҙәрен һорап, Баймаҡ районы халҡына мөрәжәғәт итте:

- Баймаҡ районының дәүләт ветеринар хеҙмәте менән килешмәйенсә сит төбәктәрҙән мал индереү тыйыла;

- мал һатып алыу, һатыу, үрсем алыу хаҡында, шулай уҡ мал ҡапыл ҡырыла башлаған осраҡта дәүләт ветеринар хеҙмәтенә хәбәр итеү мотлаҡ;

- ветеринарҙарға тикшереүҙе һәм прививкалауҙы ойошторорға ярҙам итеү талап ителә;

- малды һуйыр алдынан һәм һуйғандан һуң ветеринарҙарға күрһәтеү мотлаҡ.

Әгәр малығыҙҙа нодуляр дерматит билдәләре күҙәтелһә, кисектермәҫтән ветеринария хеҙмәтенә хәбәр итегеҙ: +7(34751)3-33-21; +7 (34751) 3-32-37.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: