+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ноябрь , 17:15

Ҡаҙ өмәһендә бөтәһе лә бар – ҙур яуаплы эш тә, тәрбиә лә, йыр-моң да

Дәүләкән районының Иҫке Япар ауылында йәшәүсе Нурия Мөсәләмова бына нимәләр яҙа:

Ҡаҙ өмәһендә бөтәһе лә бар – ҙур яуаплы эш тә, тәрбиә лә, йыр-моң да

- Беҙҙең Иҫке Япар ауылы халҡы ла, ҡатмарлы пандемия шарттары булыуға ҡарамаҫтан, күп итеп мал аҫрап, ҡош-ҡорт үҫтереп, үҙ күңелдәрен күреп, матур ғына донъя көтөүҙәрен белә. Әле ошо көндәрҙә генә ауылға өлгө булып торған ғаиләләребеҙҙең береһе – Рузидә һәм Наил Солтановтар ҡаҙ өмәһе үткәрҙе. Уларҙың туғандары, балалары, күрше-күләндәре бергә йыйылды.

Был өмәнең үҙенсәлеге үҙебеҙҙең балаларға, ейәндәргә мосолманса ҡаҙ салып, уны эшкәртеүҙе күрһәтеү, йолалар менән таныштырыу, өйрәтеү булды.

Малайҙар ҡаҙ салғанды, хәрәм йөндәрен алғанды ҡараһа, ҡыҙҙар ҡаҙ йолҡҡанда, бер-ике бөртөк ҡанат тотоп, урамға йүгереп сығып, яҙмыштарын юрап инде. Ә бәләкәйерәк балаларға ҡаҙҙың үңәсен таҙартып, буяп, уйынсыҡ яһап булғанын күрһәттеләр.

Өмәнең иң сағыу мәле, моғайын, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарҙың матур күлдәк, алъяпҡыс кейеп, Дим буйында ҡаҙ сайҡауы булғандыр. Матур күлдәк тигәндән, кейемдәрҙе ҡатын-ҡыҙҙарға хужаларҙың ағаһы Иҙрис менән еңгәһе махсус әҙерләп алып килеп бүләк итте.

Эш бөткәс, хужабикәнең тәмле белендәре менән күңелле итеп сәй эселде. Ә кискеһен ҡаҙ түшкәһен, башын-тәпәйен, йөрәк-бауырҙарын һалып, аш табыны әҙерләнде. Балаларға ҡаҙ өлөшөн бүлеү һәм итен һоғондороу ҙа бик оҡшаны. Элеккесә матур итеп, Нурияның уйнаған гармунына ҡушылып, йырлап-бейеп күңел астыҡ.

Ауылыбыҙ балалар тауышына, моңға күмелеп гөрләп торҙо. Солтановтар ғаиләһенә ҙур рәхмәт.

 

Ҡаҙ өмәһендә бөтәһе лә бар – ҙур яуаплы эш тә, тәрбиә лә, йыр-моң да
Автор:Алһыу Ишемғолова