Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ноябрь 2021, 14:54

Владимир Путин вакцинаның яңы төрөн үҙендә һынаған

Рәсәй Президентының ревакцинация эшләткәнен яҙғайныҡ инде. Бының өсөн ул "Спутник Лайт"ты ҡулланған. Баҡһаң, унан һуң тағы берҙе яһатҡан икән.

Владимир Путин вакцинаның яңы төрөн үҙендә һынағанВладимир Путин вакцинаның яңы төрөн үҙендә һынаған
Владимир Путин вакцинаның яңы төрөн үҙендә һынаған

Бөгөн Президент Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмә үткәргән саҡта коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның яңы төрөн һынап ҡарауы хаҡында һөйләне.

Ул тәүҙә "Спутник Лайт" вакцинаһын ҡаҙатҡан. Ревакциналау өсөн белгестәр уға тап ошо прививканы тәҡдим иткән. Шунан ил башлығы процедураның назаль формаһын да үҙендә һынап ҡараған. Йәғни порошок рәүешендәгеһен танауына һиптерткән. 

Путинға уны Гамалея исемендәге эпидемиология һәм микробиология милли тикшеренеү үҙәге директоры урынбаҫары Денис Логунов яһаған. Иҫегеҙҙә булһа, беҙ уларҙың йәкшәмбе көнө осрашыуы тураһында яҙғайныҡ. Иртәгәһенә Президент порошокты "ҡабул иткән".

"Это просто тот же шприц, только вместо жидкой субстанции он [Логунов] набрал порошок, попросил меня глубоко вдохнуть на счет три, пшикнул с одной стороны, с другой стороны. 15 минут я потом посидел, и все на этом закончилось. Никаких ощущений, честно говоря, у меня не было, просто ничего", - тине дәүләт башлығы.

Фото: ТАСС.
Владимир Путин вакцинаның яңы төрөн үҙендә һынаған
Владимир Путин вакцинаның яңы төрөн үҙендә һынаған
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас