

2019 йылдың йәйендә Ишембайҙа ҡот осҡос хәл теркәлә. Ҡала ихаталарының береһендә уйнап йөрөгән 9 йәшлек Полинаның өҫтөнә иҫке кер киптергес ауа. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр тимер ҡоролманы йәһәт кенә һүтеп алып, ҡайҙалыр илтеп ҡуя. Тикшереү башланғас, төп енәйәт дәлилен хоҡуҡ һаҡсылары ла, тәфтишселәр ҙә таба алмай. Шуның һөҙөмтәһендә ғәйеплеләр яуаплылыҡҡа тарттырылмай. Ә Полина ике йылда бер нисә ауыр операция үткәрә, уға инвалидлыҡ бирелә, әле лә ҡиммәтле реабилитация талап ителә, тик ғаиләнең быға аҡсаһы юҡ.
— Йәйге матур көн ине, тәҙрәләр шар асыҡ тора. Мин йорт эштәре менән булышам. Бер мәл ихатала көслө тауыштар ишетелә башланы: «Алена, Алена, Полина ҡоланы!» Йүгереп сыҡҡайным, ҡыҙым ерҙә ята. Йөҙөндә бер күк юҡ, ҡан да күренмәй. Өйгә индерәм, тигәйнем, күршебеҙ мине туҡтатты, «Ашығыс ярҙам» машинаһын көтөргә ҡушты. Оҙаҡламай баламдың йөҙө ҡыҙарып, шешенә башланы, — тип хәтерләй ул көндө сабыйҙың әсәһе.
Тап ошо кер киптергес Аленаны харап итә (түбәндә). «Ашығыс ярҙам» машинаһында ҡыҙҙы тиҙ арала Стәрлетамаҡ дауаханаһына илтәләр. Сабыйҙың уң яҡ йөҙө ярсылыуы асыҡлана. Баш һөйәген трепанациялау барышында ҡыҙығыҙ үлергә мөмкин, тип фаразлай табиптар. Әммә Алена бирешмәй, бер-бер артлы ауыр операциялар үткәреүенә ҡарамаҫтан, аяҡҡа баҫа. Ата-әсә ҡыҙын ҡотҡарыуға миллион һумдан ашыу аҡса түгә. Ә тикшереү эштәре бер һөҙөмтә бирмәй, тәфтишселәр ҡалалағы барлыҡ тимер ҡабул итеү пункттарын йөрөп сыға, әммә кер киптергес табылмай.
— Тикшереү эштәре әүҙемләшә башлағас, беҙгә Стәрлетамаҡ торлаҡ-файҙаланыу идаралығы етәксеһе килде. Ҡыҙым алдында ғәфү үтенде, шоколад бирҙе. Әлбиттә, беҙ уны ҡабул итмәнек. Ошо ваҡиғанан һуң был етәксе вазифаһынан китте, ә суд эшен ябып та ҡуйҙылар.
Әлеге ваҡытта урындағы тикшереү бүлеге эште яңынан ҡарауға ебәргән. Ҡыҙҙың иһә хәле яҡшырған, ул һуңғы ике йылда тәүгә мәктәпкә барған, хәҙер ул — алтынсы класс уҡыусыһы. Әгәр киләсәктә һаулығына хәүеф янамаһа, инвалидлығын алыуҙары ла мөмкин.

