

Уға билдәһеҙ номерҙарҙан "хоҡуҡ һаҡлау органдары" һәм "банк хәүефһеҙлеге хеҙмәте" хеҙмәткәрҙәре шылтыратып, иҫәбенән аҡса урларға маташыуҙары хаҡында хәбәр итә. Йәнәһе лә, быға юл ҡуймаҫ өсөн улар ҡушҡанды аныҡ үтәргә кәрәк. Ҡатын һаҡлыҡ банкына шылтыратып белешер урынға, ҡурҡышынан муттарҙың ҡотҡоһона бирелгән һәм өс банкыла кредиттар алған, шунан йәһәт кенә фатирын да һатып ебәргән. Йәмғеһе 6,5 миллион һум аҡсаны муттар әйткән иҫәптәргә күсергән. Хәҙер ултырып илаһа ла, аҡсаһын кире ҡайтара алырына өмөт юҡ...
Тәүлек эсендә ялған "банк учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре" граждандарҙың һигеҙ миллион һумдан ашыу аҡсаһын һығып алған.
Октябрьский ҡалаһында йәшәгән 45 йәшлек ир «Ютуб»та инвестициялар тураһындағы рекламаны күреп, һылтанма буйынса сайтта теркәлгән. Уға төрлө "инвестицион компанияларының вәкилдәре" шылтыратып, үҙҙәренең компаниялары менән ҡыҙыҡтырған. Ялған брокерҙарға ышанған ир һөҙөмтәлә 845 мең һум аҡсаһынан яҙған.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.