Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ноябрь 2021, 06:15

Башына боҙ төшөп йәрәхәтләнгән

Өфөлә 22 йәшлек ҡыҙҙың өҫтөнә йорт ҡыйығынан боҙ төшә.

Башына боҙ төшөп йәрәхәтләнгәнБашына боҙ төшөп йәрәхәтләнгән
Башына боҙ төшөп йәрәхәтләнгән

Был хәл яңыраҡ Коммунистик урамындағы, 65-се йорт янында була. Ҡыҙ дауаханаға мөрәжәғәт итә. Уның башы йәрәхтләнгән. Уға тәүге медицина ярҙамы күрһәтелә, ҡыҙ дауаханаға ятыуҙан баш тарта.  

Әле хәүефле участок кәртәләп алынған. Ҡыйыҡ башы таҙартыла. Билдәле булыуынса, бинаға хәүефле участок барлығын иҫкәртеүсе табличкалар ҡуйылған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас