Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ноябрь 2021, 11:35

490 медицина учреждениеһы төҙөләсәк

Башҡортостанда киләһе йылда 44 фельдшер-акушер пункты төҙөү планлаштырыла.   

490  медицина учреждениеһы төҙөләсәк490  медицина учреждениеһы төҙөләсәк
490 медицина учреждениеһы төҙөләсәк

 БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү – «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының төп йүнәлеше.   Ул фельдшер-акушер пункттарын һәм мобиль медицина комплекстарын төҙөүҙе, шулай уҡ йыл һайын медицина тикшереүе үткәреүҙе күҙаллай.   

Төбәктә был киң күләмле программа быйыл тормошҡа ашырыла башланы.  2021 – 2025 йылдарҙа амбулатор-поликлиника учреждениеларының ресурс базаһын нығытыу өсөн яңыларын төҙөү, шулай уҡ булғандарын төҙөкләндереү һәм реконструкциялау планлаштырыла.   

Был программа Башҡортостанда бөтәһе 490 һаулыҡ һаҡлау объектын төҙөүҙе күҙ уңында тота. Мәҫәлән, йыл аҙағына тиклем Дүртөйлө районында өс модулле фельдшер-акушер пункты  барлыҡҡа киләсәк.

  Йәрмиә ауылында яңы ФАП-тың монтажлау эштәре тамамланған да инде.  Унда 278 кешене хеҙмәтләндереләсәк, шул иҫәптән 12 бала. Шулай уҡ Түбәнге Әлкә ауылында ла фельдшер-акушер пункты төҙөлә башланы, сиратта – Гөлөк ауылы. Бөтә модулле ФАП-тар ҙа  беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн   препараттар һәм медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителәсәк.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас