Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ноябрь 2021, 05:32

Йәмәғәт транспортында QR-кодты тикшерә башлау ваҡыты билдәле булды

Кисә күршеләрҙә әлеге сикләү сараһы ҡабул ителде.

Йәмәғәт транспортында QR-кодты тикшерә башлау ваҡыты билдәле булдыЙәмәғәт транспортында QR-кодты тикшерә башлау ваҡыты билдәле булды
Йәмәғәт транспортында QR-кодты тикшерә башлау ваҡыты билдәле булды

Башҡортостан Хөкүмәте иһә үҙгәрештәр индерергә ашыҡмай. 

– Әгәр федераль кимәлдә ҡарар ҡабул ителһә һәм ул бөтә илгә таратылһа, республикала тейешле саралар күреләсәк, – тип аңлатма биргән «РИА-Яңылыҡтар»ға БР Башлығының матбуғат хеҙмәте. Шул уҡ ваҡытта бөгөн ҡала хакимиәтендәге кәңәшмәлә Өфө мэры Сергей Греков ҡайһы бер йәмәғәт транспортында һайланма тикшереү үткәрергә йөкләмә бирҙе. 

Бынан алда ҡала-ара автобустарҙа һәм «Орлан» ҡала яны поезында ковидҡа ҡаршы сикләүҙәр ғәмәлгә ингәйне. Уларҙа вакцина яһатыу тураһында сертификат йә һуңғы алты айҙа сир үткәреүең хаҡында белешмә менән генә йөрөргә мөмкин.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас