

Республикала тәүлек эсендә 15 кеше өс миллиондан ашыуыраҡ аҡсаһын муттарға бүләк иткән. Шул иҫәптән, биш кеше инвестиция өлкәһендә аҡса эшләргә маташып отолған, алты кешене ялған "банк хеҙмәткәрҙәре" алдаған, ике граждан интернет аша тауар һатып алғанда һемәйгән, ике кеше төрлө хеҙмәттәр күрһәткәндә алданған. Муттарҙан һаҡ булығыҙ, үҙегеҙҙе алдарға ирек бирмәгеҙ!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.