

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республиканың вакциналау пункттарына 78 мең 600 доза препарат таратыласаҡ.
«Спутник Лайт» вакцинаһы бер тапҡыр прививка эшләткән йә ковид менән ауырыған 18 йәштән 60 йәшкә тиклем кешеләргә тәҡдим ителә.
Әлеге көнгә Башҡортостанда вакцинаның тәүге компонентын 1 903 967 человек кеше эшләткән. 1 634 096 человек кеше вакциналауҙың ике этабын да үткән, шуларҙың 182 816-һе «Спутник Лайт» вакцинаһы менән прививкаланған.
Республика буйынса мобиль пункттарҙы ла иҫәпкә алғанда 183 вакциналау пункты эшләй. Әлеге көндә Өфөлә һигеҙ мобиль вакциналау пункты эшләй.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.