Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ноябрь 2021, 06:54

Сәйғәфәрҙәр "Айыҡ ауыл" конкурсына ҡушылды

Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылында уңған, дәртле, берҙәм халыҡ йәшәй.

Сәйғәфәрҙәр "Айыҡ ауыл" конкурсына ҡушылдыСәйғәфәрҙәр "Айыҡ ауыл" конкурсына ҡушылды
Сәйғәфәрҙәр "Айыҡ ауыл" конкурсына ҡушылды

  Ауылда төрлө мәҙәни саралар, өмәләр йыш үткәрелә, халыҡтың тормошон йәнләндереүгә йүнәлтелгән мөһим ҡарарҙар ҡабул ителеп, берҙәм генә тормошҡа ашырыла.  Әле күптән түгел генә ауыл халҡы «Айыҡ ауыл» республика конкурсына ҡушылды һәм шул уңайҙан төрлө саралар үткәрелә башланы ла инде.

Ошо көндәрҙә ауылдың Тыныслыҡ урамында йәшәүселәр «Беҙ айыҡ ауыл яҡлы!» тип аталған   мәҙәни сараға –  урам байрамына сыҡты. Самауырҙар борлап ҡайнап ултыра, өҫтәлдәр аш-һыуҙан һығылып тора.  Шунда уҡ ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторолған. Комиссияны дәртле таҡмаҡтар менән ҡаршы алып, сәксәк, икмәк, тоҙҙан ауыҙ иттергәндән һуң, Тыныслыҡ урамында йәшәүсе ғаиләләрҙең тормошона байҡау яһалды. Йыр һәм бейеүҙәрҙән торған концерт программаһы ла  байрамда ҡатнашыусыларҙың күңеленә хуш килде. Алып барыусылар Айгөл Рахманғолова һәм Әнфисә Мөхәмәтдинова һәр бер сығышты шиғырҙар менән дәртләндереп торҙо. Клуб мөдире Лена Алсынбаева  урам халҡы  исеменән "Милләт киләсәге – айыҡлыҡта" тип аталған мөрәжәғәтте уҡып ишеттерҙе, ошо мөрәжәғәтнәмәне башҡа урамдар ҙа дауам итер, тип ышаныс белдерҙе.

Ауыл старостаһы Юныс Уйылданов байрамға килеүселәрҙе тәбрикләп, бергә, берҙәм булырға өндәне. Байрам уйындар менән үрелеп барҙы, килгән ҡунаҡтар, бала-сағалар самауыр сәйе эсеп, тәмлекәстәр менән һыйланды.

 Тыныслыҡ урамынан  эстафетаны башҡа урамдар ҡабул итеп алды.

 

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас