

Мәктәптән 354 кеше, шул иҫәптән 324 бала эвакуациялана. Ут һүндереүгә МЧС-тың 37 хеҙмәткәре һәм 12 берәмек техникаһы йәлеп ителә.
Ярай әле, зыян күреүселәр юҡ.
Янғын сәбәбен тикшергәс, шул асыҡлана: балаларҙың кемеһелер петарда шартлата. 7-се класта уҡыусы ике малайҙа пиротехник “уйынсыҡ” табыла. Хәҙер директорға уларҙың ата-әсәләре саҡырылған.
МЧС-тың Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ғәйеплеләр ҡануниәткә ярашлы яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.
Фото: МЧС-тың Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.