Октябрьский ҡалаһында ла уҡыу йорттарының волонтер отрядтары араһында конкурс һөҙөмтәләре асыҡланды. Унда туғыҙ берлек ҡатнашты. Гран-приҙы 3-сө гимназияның "Асыҡ йөрәк" отряды алды.
Артабан "Альтернатива" (2-се гимназия), "Изгелек территорияһы" (8-се мәктәп), "Добролап" (12-се мәктәп), "Көслө милләт" (1-се мәктәп), "Добромир" (9-сы мәктәп), "Беҙ бергә" (10-сы мәктәп) ирекмән ойошмалары призлы урындарҙа.
Шулай уҡ номинациялар ҙа булдырылғайны. Был йәһәттән "Киләсәккә аҙым" (17-се мәктәп), "Бергә беҙ - көс" (20-се мәктәп) отрядтары билдәләнде.
Фото: Октябрьский ҡалаһы хакимиәте сайтынан.