

Өфөлә йәшәүсе Аринаны (исеме үҙгәртелде) ата-әсәһе эҙләй. Мәктәп уҡыусыһы Ульянов өлкәһендә йәшәүсе 29 йәшлек ир менән йортонан ҡаса.
Ҡыҙҙың ике көн элек юғалыуы хаҡында ата-сәләре полицияға хәбәр итә, уны эҙләргә ирекмәндәр ҙә ҡушыла. 13 йәшлек үҫмерҙе бар Башҡортостан буйлап эҙләйҙәр. Ә был ваҡытта ул республиканан бөтөнләй ситтә була.
Тәфтишселәр ҡыҙҙы аралашҡан ир янында – Дмитровградта табып ала. Арина унда нисек барып эләгеүен әле хоҡуҡ һаҡсылары тикшерә.
Фото: Т. Аманов