

Әле Яңы Балапан ауылында модулле ФАП ҡорола башлаған. Ауылдағы элекке фельдшер пункты 1979 йылда төҙөлгән була һәм күптән санитар-гигиена талаптарына яуап бирмәй.
Асҡар үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәров әйтеүенсә, яңы ФАП ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн ҡорамалдар һәм медикаменттар менән тәьмин ителәсәк.
Фельдшер-акушер пунткының 300-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндереүе күҙаллана, шуның 100-ҙән ашыуы – балалар.
Фото:Т.Аманов.