

Был байрам башланғысында Мексика рәссамы Альфредо Гуати Рохо (1918 – 2003) тора икән. Ул 1991 йылдың тап 23 ноябрен Халыҡ-ара акварель көнө итергә тәҡдимен әйткән. Әлбиттә, хуплағандар.
Акварель ҡасан таралған? Баҡһаң, икенсе быуатта Ҡытайҙа һүрәт төшөрөү өсөн бик уңайлы булған ҡағыҙ уйлап тапҡандар ҙа, шунан акварель буяу техникаһы башланған, имеш. Европаға иһә ул һуңғараҡ, XVII быуатта ғына килгән. “Һыулы буяу” тигәнде аңлата шикелле. Бик күп рәссам был техникаға өҫтөнлөк биргән.
Рәсәйҙә 1887 йылда уҡ акварелселәр йәмғиәте барлыҡҡа килгән. Әле лә беҙҙә махсус академия эшләй.
Ә һеҙ акварель техникаһын яратаһығыҙмы?
Фото: vk.com