Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ноябрь 2021, 10:50

Ҡырын эш, ҡырҡ йылдан һуң да беленә

Октябрьский ҡалаһында пенсионер ялған 30 медицина справкаһы эшләгән. Яңыраҡ 63 йәшлек ҡатынға ҡарата суд хөкөмө сығарыла.

Ҡырын эш, ҡырҡ йылдан һуң да беленәҠырын эш, ҡырҡ йылдан һуң да беленә
Ҡырын эш, ҡырҡ йылдан һуң да беленә

Яңыраҡ 63 йәшлек ҡатынға ҡарата суд хөкөмө сығарыла.
Билдәле булыуынса, ғәйепләнеүсе 2019 йылдың апреленән алып алкоголгә тикшереү өсөн тәғәйенләнгән медицина справкаларын эшләгән. Документ водитель таныҡлығы алыу өсөн һәм өсөн ҡайһы бер һөнәрҙәр буйынса Себерҙә эшләү  талап ителгән. Бер справканың хаҡы 500 һумдан алып 200 мең һумға хәтлем билдәләнгән.
Судта хаҡлы ялдағы ҡатын үҙ ғәйебен таныған. Уны 1,5 йылға иркенән мәхрүм иткәндәр.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас