Һандар һәм факттар
Рәсәйҙә ЗАГС мәғлүмәттәренә таянып, иң үҙенсәлекле исемдәр каталогын булдырғандар. Малайҙар исемлегендә Яробог, Жиромир, Лучезар, Дарий, Блютуз бар, имеш.
Һуңғы йылдарҙа АҠШ-та балаларға бренд атамаларын ҡуша башлағандар. Малайҙарға, мәҫәлән, Найк йә Лексус исемен ҡушалар икән.
Беләһегеҙ, Ҡытайҙа бер генә бала табырға рөхсәт. Күбеһенсә малай теләйҙәр. Ҡатындар буласаҡ балаһының ҡыҙ икәнен белһә, аборт яһата, ти. Шул арҡала малайҙар күберәк тыуа һәм илдә ҡатын-ҡыҙ ир-атҡа ҡарағанда 20 миллионға әҙерәк.
Ғалимдар шуны асыҡлаған: атламай оҙағыраҡ шыуышып йөрөүсе малайҙарға уҡыу еңел бирелә.