

Ете студенттың ғүмеренә хәүеф янамай. Улар артабан өйҙә дауа аласаҡ. Тағы ла дүртәүһе табип күҙәтеүе аҫтында ҡала, был пациенттарҙың хәле ауыр һәм уртаса тип баһалалана.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда беҙ Ҡазанда 19 студенттың билдәһеҙ шыйыҡса эсеп ағыуланыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Уларҙың ун бише дауаханаға эләгә. Студенттарҙың унауһы – Башҡортостандан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс көн элек БДМУ-ла уҡыған 20 йәшлек ҡыҙ команан сыға алмай, вафат булды.