Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ноябрь 2021, 12:30

1 декабргә тиклем милек һалымын түләп ҡалығыҙ!

Теүәл 10 көндән милек, ер һәм транспорт һалымын түләү ваҡыты тамамланасаҡ. Суд приставтарының килеүе, штраф һалыу кеүек күңелһеҙ хәлгә ҡалмаҫ өсөн ашығайыҡ, иптәштәр!

1 декабргә тиклем милек һалымын түләп ҡалығыҙ!1 декабргә тиклем милек һалымын түләп ҡалығыҙ!
1 декабргә тиклем милек һалымын түләп ҡалығыҙ!

Әгәр ҙә әлегә тиклем һалым белдереүе килмәгән булһа, уны йәшәгән урын буйынса почта бүлексәһендә, Күп функциялы үҙәктә, һалым хеҙмәтендә, шулай уҡ Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында «Һалым түләүсенең шәхси кабинеты»нда алырға мөмкин.

2020 йыл өсөн Башҡортостанда йәшәүселәргә 5,8 миллиард һумлыҡ милек һалымы иҫәпләнгән. Уның күпселек өлөшө транспортҡа — 3,1 миллиард һум. Мөлкәткә — 1,8 миллиард, ергә 0,9 миллиард һум тура килә. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас