Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ноября 2021, 16:25

Күп балалы ғаилә йортһоҙ ҡалды

Кушнаренко районының Субай ауылында 10 балалы ғаиләнең йорто янып юҡҡа сыға.

Күп балалы ғаилә йортһоҙ ҡалдыКүп балалы ғаилә йортһоҙ ҡалды
Күп балалы ғаилә йортһоҙ ҡалды

Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, бинаның яртыһы ағас, яртыһы кирбестән, эсендә мунса ла була. Янғында йәрәхәтләнеүсе һәм үлеүселәр юҡ. Йортта янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ла булған. Ул ут сығыуын иҫкәрткән. Ишле ғаиләнең 10 балаһы бар: өлкәне бәлиғ булған, 7 -һе мәктәп уҡыусылары, 2-һе балалар баҡсаһына йөрөй. Йәшәп торорға бирелгән торлаҡтан ғаилә баш тарта. Әле улар дуҫтарында көн күрә. Янғын сәбәптәре асыҡлана.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас