Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ноябрь 2021, 17:05

Иғтибар: эҙләү!

Ырымбур өлкәһенең республикабыҙ менән сиктәш райондарының береһендә 34 йәшлек Корольков Валерий Владимирович юғалған. 14 ноябрҙән бирле уның турала бер хәбәр ҙә юҡ. Яҡындары Валерийҙың имен-һау табылырына өмөтөн өҙмәй, ҡайтыуын көтә... Тел.: 88007005452 (бушлай).

Иғтибар: эҙләү!Иғтибар: эҙләү!
Иғтибар: эҙләү!

1 ноябрҙә Туймазы ҡалаһында юғалған 24 йәшлек Вәлидов Артур Эдуард улы имен-һау табылған.

Ағиҙел ҡалаһы полицияһына бер ҡатын 38 йәшлек улының юғалыуы тураһында хәбәр итә. Көндөҙ походҡа сығып киткән улы ҡараңғыла урманда аҙашҡан була. Участковый полиция лейтенанты Ален Мөхәмәтйәнов ирҙең ҡайҙалығын асыҡлап, уға имен-һау ҡайтырға ярҙам иткән. Әсә кеше, Ален Айрат улы кешенең ғүмерен һаҡлап алып ҡалды, мине лә инсульттан һаҡланы, тип полиция хеҙмәткәренә оло рәхмәтен белдереп, урындағы Эске эштәр бүлегенә хат яҙған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Иғтибар: эҙләү!
Иғтибар: эҙләү!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас