

РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ике хужаға иҫәпләнгән бер ҡатлы йортҡа ут тоҡана. Уның бер яғында бер кем дә йәшәмәгән.
Ҡотҡарыусылар 14 минутта утты тулыһынса һүндереп бөтә. Тик, шулай булыуға ҡарамаҫтан, йортта ике ирҙең мәйете табыла. Әле уларҙың шәхестәре асыҡлана. Белгестәр фаразлауынса, улар – үҙҙәренең йорттары булмаған асарбаҡтар.
Фото: Т. Аманов