Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ноябрь 2021, 16:40

Түләүҙәр арта

Иғтибар!  Яңы йылдан Башҡортостанда балалар баҡсалары өсөн түләү арта.  

Түләүҙәр артаТүләүҙәр арта
Түләүҙәр арта

Яңы йылдан Башҡортостанда балалар баҡсалары өсөн түләү арта.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, һәр муниципалитетта максималь сумма билдәләнә. Ата-әсәләр балаларының мәктәпкәсә учреждениеға йөрөгәне өсөн ошо хаҡты түләргә тейеш.
   2022 йылдың 1 ғинуарынан Өфөлә ата-әсә түләүе көнөнә 157 һум була. Шундай уҡ юғары хаҡтар Стәрлетамаҡта –150 һум, Октябрьскийҙа – 132, Нефтекамала – 131.
Райондар араһында иң ҡиммәт хаҡ - Өфө (153 һум), Яңауыл (140), Иглин (132), Бәләбәй (131), Ишембай (124) райондарында.

Иң түбән хаҡ - Әбйәлил районында, бында бер көн өсөн 102 һум түләргә кәрәк.

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас