

Федераль бюджет проектында киләһе йылға йәшәү минимумын 2,5 процентҡа арттырыу ҡаралған. Әммә уны инфляция “йота”.
“Шуға ла минимумдың ҙурыраҡ планкаһын ҡуйырға кәрәк, был – 8,6 процент. Һандар менән әйткәндә, дөйөм алғанда, ил буйынса йәшәү минимумы 12 654 һумға етергә тейеш”, – тине Путин. Әлегенән 1000 һумға күберәк килеп сыға.
Йәшәү минимумына күп түләү бәйле: социаль пособиелар, пенсияға өҫтәмәләр. Тимәк, улар ҙа артасаҡ.
“Минимум” артһа, ҡағиҙә булараҡ, МРОТ та (минималь хеҙмәт хаҡы) ла күтәрелергә тейеш. Икенсе йылға ул да 8,6 процентҡа арта. Һандар менән әйткәндә – 1100 һумға. Тимәк, 2022 йылда МРОТ күләме ил буйынса 13 890 һум буласаҡ.
Ҡыуандығыҙмы?