

Был сара Чебоксарҙар ҡалаһында быйыл алтынсы тапҡыр уҙғарыла, Башҡортостан театрҙары унда онлайнда ҡатнаша. Фестиваль 20 ноябрҙә тамамлана. Иң яҡшы коллективтар "Иҙел буйы әкиәте" фестиваленең статуэткалары һәм дипломдары менән бүләкләнәсәк.
Бынан тыш, ошо көндәрҙә театр актерҙары Александр Пушкин повесы буйынса ҡуйылған “Капитан ҡыҙы” спектакле менән Марий Эл республикаһына юлланасаҡ. Спектакль 20-һенән 30 ноябргә тиклем Йошкар Ола ҡалаһында уҙасаҡ “Дуҫлыҡ күпере” халыҡ-ара Рәсәй һәм сит илдәр театрҙары фестивалендә ҡатнаша. “Капитан ҡыҙы” спектакле 23 ноябрҙә Константинов исемендәге Рус академия драма театры сәхнәһендә сығыш яһай, тип хәбәр иттеләр театрҙың әҙәбиәт бүлегенән.