Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ноябрь 2021, 14:00

Манту ни өсөн кәрәк?

Сирҙе дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү күпкә еңелерәк.

Манту ни өсөн кәрәк?
Манту ни өсөн кәрәк?

Балаларға туберкулез ауырыуынан һаҡланыр өсөн Манту прививкаһы эшләйҙәр. Был сара мотлаҡмы?

 

  Туберкулез — йоғошло сир. Уның кешенән генә түгел, хайуандарҙан күсеп тә зарарлауы мөмкин. Мәҫәлән, ауырыу һыйырҙың һөтөн эсеп, ҡаймағын ашап та инфекция эләктерергә була.

Бала үҙенә сир йоҡҡанын һиҙмәй. Ул тәүҙә уның үҙ-үҙен тотошонда ла сағылмай .

Шуға Манту прививкаһын яһауға бик етди ҡарарға кәрәк.Был укол менән тәнгә туберкулин индерелә. Әгәр ул шешеп, ҡыҙарып сыға икән, организмға Кох таяҡсалары  эләккән була. Әммә ҡурҡып ҡалырға ярамай, был әле туберкулез сире тигән һүҙ түгел. Привика урыны ҡыҙарып, 5 мм-нан артһа, һеҙҙе фтизиатрға ебәрәсәктәр. Баланың иммун системаһы көслө булып, был микробҡа ҡаршы тора алһа, сир таралмай. Шуға ғаиләлә гигиена талаптарын теүәл үтәүгә, тейешенсә сифатлы туҡланыуға, сабыйҙарҙы сыныҡтырыуға, саф һауала йөрөүгә ныҡ иғтибар биреү мотлаҡ. Инфекция бит иммун системаһы көсһөҙләнгән, бәләкәйҙән төрлө ауырыуҙарҙан интеккән, ашау-эсеү яғы наҡыҫ, йәшәү шарттары насар булғандарҙы һағалап ҡына тора.

    Белегеҙ: сирҙе дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү күпкә еңелерәк.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: