

Тап быйыл, Рәсәй Президенты тарафынан иғлан ителгән Фән һәм технологиялар йылында Юғары мәктәп уҡытыусыһы көнөнөң барлыҡҡа килеүе бик яҡшы күренеш.
19 ноябрь юҡҡа ғына һайланмаған: бөгөн – билдәле ғалим, Мәскәү дәүләт университетына нигеҙ һалыусы Михаил Ломоносовтың тыуған көнө.
“Уҡытыу – ул белем генә биреү түгел, ҡыҙыҡһындырыу ҙа, яңылыҡҡа ынтылыш уятыу ҙа, һорау бирергә һәм шуға яуап табырға өйрәтеү ҙә. Һәр заманда ла вуз уҡытыусыһының төп бурысы илһамландырыу, дөрөҫ йүнәлеш биреү, амбициоз маҡсаттарға ирешеүгә ярҙам итеү булған... Юғары мәктәп уҡытыусыһының ҡиммәтен һәм хеҙмәтенең кәрәклеген күрһәтеү, йәштәрҙе тәрбиәләүҙәге ҙур роле өсөн яңы һөнәри байрам булдырабыҙ“, – тигән министр Фальков.
Университеттар, институттар, академияларҙа эшләүсе гәзитебеҙ дуҫтарын ҡотлайбыҙ!