Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ноябрь 2021, 06:05

Республикала һаулыҡ өсөн зыянлы колбасаны тиҙ арала асыҡланылар

Унда үлемесле сирҙең гены табылған.

Республикала һаулыҡ өсөн зыянлы колбасаны тиҙ арала асыҡланыларРеспубликала һаулыҡ өсөн зыянлы колбасаны тиҙ арала асыҡланылар
Республикала һаулыҡ өсөн зыянлы колбасаны тиҙ арала асыҡланылар

Өфөлә Мордовиянан килтерелгән  колбаса юҡ ителә. Сөнки ул әҙерләнгән сусҡа итендә африка тағунының геномы табыла. Был хаҡта республиканың Ветеринария идаралығынан хәбәр итәләр.

Ветеринария ҡанундары талаптарына ярашлы, бындай аҙыҡ һаулыҡ өсөн зыянлы һәм уны юҡ итеү мотлаҡ.

Бындай колбасаның “Меркурий” системаһы аша республикаға килтерелеүе асыҡлана. Тап ошо системала зарарлы ризыҡты оҙатыусы документтар теркәлгән.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас