

Үҙенсәлекле видеояҙманы БЮТ каналы режиссеры Наил Юлгилдин төшөргән. Йылайыр районы егете күптән видеомонтажлау менән шөғөлләнә, социаль селтәрҙә үҙенең блогын үҫтереү менән дә мәшғүл. Йәш видеорәссамдың сираттағы яҙмаһын инстадуҫтары ҡыуанып ҡабул иткән.
- Рәсәй фильмдарындағы видеомонтажлау ары торһон! Афарин! - тип баһа биргән Наилдың яҙылыусылары.
«Мәктәптә уҡығанда телефонда төрлө видео монтажлай торғайным. 2015 йылда БЮТ каналына эшкә төшкәс, был өлкәне тағы ла нығыраҡ өйрәнә башланым. Барыһына ла интернетта уҡыным, шулай уҡ режиссерҙар өсөн курстар үттем. Әлеге видеояҙма үҙем теләгәнсә килеп сыҡманы, әлегә уның өҫтөндә эшләргә кәрәк», - ти егет.
Афарин!