

Өс сабыйына хәстәрлекле атай, булдыҡлы ғаилә башлығы, билдәле эшҡыуар, ярҙамсыл депутат, тип иҫкә ала уны яҡташтары. Кисә Малаяҙ — Үңкерҙе юлының 15-се саҡрымында урындағы депутат Йәлил Фәхретдинов идара иткән «Лада Ларгус»ҡа ҡаршы һыҙаттан килгән сит ил автоһы килеп бәрелгән. Авария һөҙөмтәһендә ике водитель һәм бер пассажир зыян күргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, депутат «Ашығыс ярҙам» машинаһында дауаханаға юлда йән биргән.
«Тыуған яғының юлдарын төҙөкләндерҙе, малсылыҡты үҫтереү менән шөғөлләнде, игенселеккә лә тотонорға йыйынғайны. Хыялдары тормошҡа ашманы», — тип хәбәр итә «Салауат төйәгендә» гәзите.
«Йәлил — минең уҡыусым. Башланғыс класта мин уҡыттым. Иҫ киткес шәп малай булды. Иғтибарлы, ихтирамлы, олоно оло, кесене кесе итә белгән тәрбиәле, тәртипле, эшһөйәр малай ине. Тырышып белем алды. Иҫке мәктәптә уҡыған ваҡытта, уҡытыусының сумкаһын беренсе булып күтәрәм, тип, мәктәп ҡапҡаһының тышына уҡ сығып, ҡаршы алыр ине... Бөгөн ошо ихлас кеше, әле яңы ғына 50 йәшен тултырған, типһә тимер өҙөрлөк бынамын тигән ир — егет тураһында "ине" тип һөйләүҙәре ауыр хәл...
Мәңгелек йоҡоң тыныс, ҡараңғы гүрҙәрең яҡты булһын, уҡыусым... Хоҙай ожмах түрҙәрен насип итһен. Күпме эшләнмәгән эштәрең ҡалды, Йәлил, ә эшләгән изгелектәрең бихисап ине бит... Ғаиләңә, Әнисә апайға, туғандарға күркәм сабырлыҡ теләйем...», — тип яҙа социаль селтәрҙә БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рузидә Үтәшева.
«Йәшлек» гәзите мәрхүмдең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.