

3 йомортҡаға 1 стакан шәкәр, 0,5 балғалаҡ сода ҡушып ағарғансы туғырға. Уға 200 г тирәһе май ҡушып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫырға. Эслеккә − шәкәр ҡушылған яңы һөҙмә (эремсек) һалына.
Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлергә лә ҙурырағын табаға йәйеп һалырға. Эслекте тигеҙ итеп һалып, өҫтөн ҡалған ҡамыр менән ҡаплап ситтәрен йәбештереп бөрөргә. Мейестә ҡыҙара башлағансы бешерергә. Бешкәндән һуң бер аҙ ултыра бирһә (һуты һеңгәнсе), бигерәк тә тәмле була.
Фото:povar.ru