Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ноябрь 2021, 04:15

7 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлөр ине

Ярай әле осраҡлы үтеп барған Денис Наумчик күп уйлап тормай ярҙамға ашыға.

7 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлөр ине7 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлөр ине
7 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлөр ине

Ҡыҙ бала Өфөнөң Якутов паркында урынлашҡан Һалдат күлендәге йоҡа боҙ өҫтөндә йөрөй. Ниндәйҙер мәлдә боҙ ярылып, ул бата башлай. Ҡыҙҙың бәләгә тарығанын күргән Денис Наумчик күп уйлап тормай ярҙамға ашыға. Тик йоҡа боҙ ирҙе лә күтәрмәй, ул да һыуға сума. Шулай ҙа Денис ҡыҙҙы алып, ярға сығара. Бынан һуң йортона ашыға, тип хәбәр итә РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Әйткәндәй, ведомство ирҙе бүләкләү мәсьәләһен дә ҡарай.

Әле һалҡын һыуға батҡан ҡыҙҙы табиптар тикшерә.  

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас