

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы менән республикабыҙҙың Туризм буйынса дәүләт комитетына рәйес итеп Ринат Фәтҡуллин тәғәйенләнде. Уға 16 августан урынбаҫар вазифаһы йөкмәтелгәйне.
Комитеттың бынан алдағы етәксеһе Эльмира Туҡанова үҙ теләге менән вазифаһын ҡалдырҙы.
Ринат Фәтҡуллин 1987 йылғы, Әлшәй районында тыуған. Ике университет тамамлаған: БДУ (тарих факультеты), ӨДНТУ (техносфера хәүефһеҙлеге). Һуңыраҡ республика Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында «Дәүләт һәм муниципаль идара» программаһы буйынса профессиональ әҙерлек үтә.
Хеҙмәт юлын 2008 йылда Республика йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге белгесе булып башлай. 2013 йылдан БР Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының Контроль-аналитик идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнә.