

Коронавирус менән ауырып, диагноздары раҫланған граждандар ҙа сертификат һорап мөрәжәғәт итә ала.
Был хеҙмәт иң беренсе сиратта Дәүләт хеҙмәте порталында теркәлмәгән һәм шулай уҡ уны үҙаллы баҫтырып сығара алмаған йәки электрон вариантта файҙалана белмәгән граждандар өсөн ҡулай. Сертификат бер экземплярҙа ғына бирелә.
Күп функциялы үҙәктә сертификат сығартып алыу өсөн үҙең менән паспорт, мотлаҡ медицина страховкалауы тураһында полис һәм СНИЛС кәрәк. Инглиз телендә сертификат алыу өсөн сит ил паспорты мотлаҡ.
Әгәр ҙә кешенең вакцина эшләтеү йәки COVID-19 менән ауырыуы тураһында мәғлүмәт булмаһа, сертификатты баҫтырып алып булмаясаҡ. Был осраҡта вакцина эшләткән медицина ойошмаһына мөрәжәғәт итергә тура киләсәк. Йә булмаһа Дәүләт хеҙмәте порталында «Сертификаты и QR-коды» бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.