

Быйыл унда Башҡортостан данын яҡлап Гүзәл Вилданова сығыш яһай. Уға 25 йәш, "Бизнес үҫтереү үҙәге" ойошмаһында менеджер булып эшләй. Гүзәл спорт ярата, MissBashModels моделдәр агентлығында шөғөлләнә. "Мисс Республика" конкурсында 1-се урын яулаған.
Мәскәү ҡалаһында үткән финалда ҡыҙҙарҙың сығышын Рәсәйҙең халыҡ артисы, музыкант, композитор Максим Дунаевский етәкселегендәге абруйлы жюри ағзалары баһалаясаҡ. Төп приз - 2 милн һум.