Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ноябрь 2021, 10:50

Һөйөнсө! Хаҡ төшә...

“Руспродсоюз” ассоциацияһы вәкиле әйтеүенсә, Яңы йыл байрамы алдынан ҡайһы бер аҙыҡ-түлек хаҡы түбәнәйәсәк. Бына бит ниндәй шәп хәбәр!

Һөйөнсө! Хаҡ төшә...Һөйөнсө! Хаҡ төшә...
Һөйөнсө! Хаҡ төшә...

Мәҫәлән, ҡош ите арзанаясаҡ. “Руспродсоюз” ассоциацияһы эксперты Ирина Нагайцева әйтеүенсә, ҡош ите күп, ә һатып алыусылар әҙерәк. Тауыҡ хаҡы “шешлек миҙгеле”ндә (апрелдән октябргәсә дауам итә) артып китеүсән. Әле, киреһенсә, арзанайырға уйлай.

Яңы йыл алдынан шулай уҡ күп магазин төрлө акция уҙғара. Бында бәғзеләре, алдап, шул уҡ хаҡты ҡуя, ысынлап арзанайтыусылар ҙа була. Иғтибарлы булырға, хаҡтарҙы контролләргә генә кәрәк.

Шулай йәмәғәт, байрам һылтауы менән ҡош ите ашап ҡалайыҡ))) Ауылда ит былай ҙа күп, һуғым һуйыла торған саҡ. Тик һатам тигән кешегә генә ҡыйын инде хаҡтар төшкәс...

 

Фото: vk.com

 

Һөйөнсө! Хаҡ төшә...
Һөйөнсө! Хаҡ төшә...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас