

РФ Хөкүмәте Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһына йәмәғәт урындарында һәм транспорттың ҡайһы бер төрҙәрендә коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләтеү тураһында QR- кодтарҙы файҙаланыу тураһында закон проектын тапшырҙы. Уға ярашлы, граждандар күмәк кеше ҡатнашлығында үткәрелгән сараларға, мәҙәниәт учреждениеларына, йәмәғәт туҡланыуы һәм ваҡлап сауҙа итеү объекттарына бары тик прививка яһатыу тураһындағы сертификат менән генә инә ала. Төбәк етәкселәре ҡайһы бер объекттарға барғанда QR-код талап ителеүен үҙе хәл итәсәк. Дарыухана, аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙары һатылған кибеттәргә йөрөгәндә ул кәрәкмәйәсәк.
Самолетҡа йәки поезға билет алғанда ла вакцинация тураһында документ талап ителә. Яңы ҡағиҙәләр киләһе йылдың 1 февраленән 1 июненә тиклем ғәмәлдә буласаҡ.
Фото:pobedarf.ru