Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ноябрь 2021, 07:33

Мәскәүҙә юғалған яҡташыбыҙҙы тапҡандар, тик...

20 йәшлек егет абруйлы институтта уҡып йөрөгән.

Мәскәүҙә юғалған яҡташыбыҙҙы тапҡандар, тик...Мәскәүҙә юғалған яҡташыбыҙҙы тапҡандар, тик...
Мәскәүҙә юғалған яҡташыбыҙҙы тапҡандар, тик...

13 ноябрҙә Мәскәү өлкәһенең Дубна ҡалаһында Стәрлетамаҡтан Системалы анализ һәм идара итеү институты студенты Ильяс А. юғала. Яҡташыбыҙҙы бергә уҡыған иптәштәре эҙләп башлай, тик бер ни ҙә килеп сыҡмай. Һуңыраҡ улар 20 йәшлек егеттең хушлашыу хатына юлыға һәм уны вуз етәкселегенә күрһәтә.

Тиҙҙән Ильясты эҙләүгә хоҡуҡ һаҡсылары һәм ирекмәндәр ҡушыла. Тәүҙә эҙәрмәндәр Дубна йылғаһы ярҙарын тикшерә, гараждарҙы һәм ташландыҡ йорттарҙы ҡарап сыға. Тап ташландыҡ йорттарҙың береһендә студенттың үле кәүҙәһе табыла. Әлеге ваҡытта суд-медицина экспертизаһы, тикшереү үткәрелә. Егетте дуҫтары һәм һабаҡташтары тик яҡшы яҡтан хәтерләй:

— Һин шәп дуҫ инең, мәңгелек йоҡоң тыныс булһын.

— Бик сәйер, институт төрлө конкурс һәм олимпиада еңеүселәре менән дан тота, ошондай хәл булыр тип уйламаҫһың да, — ти студенттар. 

Мәрхүм егеттең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас