

Башҡортостанда коронавирустан вакциналау дауам итә. Республикаға бөтәһе 2287558 доза вакцина алынған. 15 ноябргә 1812165 кеше прививканың тәүге компонентын эшләткән, 1 513 967 кеше тулыһынса вакциналанған.
БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, Башҡортостанда коронавирус менән зарарланыусылар һаны 96 257 кешегә еткән. Тәүлек эсендә 676 кешенең диагнозы раҫланған. Ауырыу күрһәткесе буйынса беҙҙең төбәк Рәсәйҙә 81-се урында килә.
Бөтәһе 85 195 кеше һауыҡҡан, шуның 668-е – үткән тәүлектә. Табиптар ковидҡа 4,5 миллиондан ашыу тест эшләгән.
Һуңғы кие аҙна эсендә коронавирус менән ауырыусы пациенттар өсөн койкалар һаны 2,5 меңгә ҡыҫҡарыу сәбәпле, ковид-госпиталь итеп үҙгәртелгән дауаханаларҙың ҡайһы берҙәре кире үҙ профилендә эшләй башлаясаҡ. Ошоға бәйле Максим Забелин ололар өсөн диспансерлаштырыуҙы тергеҙергә тәҡдим итте.
“Роспотребнадзор” идарылығы етәксеһе Анна Казак уҙған аҙнала сәнәғәт, төҙөлөш һәм ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен мотлаҡ вакциналау тураһында ҡарар ҡабул ителеүен иҫкә төшөрҙә. 30 декабргә тиклем ошо өлкәләрҙә эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең 80 проценты прививка эшләтергә тейеш. Ул шулай уҡ уҡыусыларҙың каникулын 14 ноябргә тиклем оҙайтыу балалар араһында ковидтың таралыуын кәметергә булышлыҡ итте тип билдәләне.