Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ноябрь 2021, 09:35

Фажиғәнән ҡотолоп ҡалған

Бәләгә тарыған ирҙе үтеп барыусы ҡатын ҡотҡара.

Фажиғәнән  ҡотолоп ҡалғанФажиғәнән  ҡотолоп ҡалған
Фажиғәнән ҡотолоп ҡалған

Дүртөйлө районының Арғымаҡ ауылында бер ир быуала боҙ аҫтына төшөп китә яҙа. Ул, урау юлды ҡыҫҡартырға уйлап, боҙ өҫтөнән сыҡмаҡсы була. Тик боҙ ярылып ир һалҡын һыуға сума.

  • Ярай әле үтеп барыусы ҡатын ирҙең батҡанын күреп, ярҙамға ҡотҡарыусыларҙы саҡырта, – тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Ҡотҡарыусылар ирҙе тиҙ генә һыуҙан сығара һәм йылыта.

Белгестәр әйтеүенсә, әле боҙҙоң ҡалынлығы ни бары 2-3 сантиметр, шуға ла унан йөрөү  үтә лә хәүефле.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас