Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ноябрь 2021, 06:14

Һеҙҙең экскурсовод шәп буласаҡ

Башҡортостан депутаттары экскурсовод, гид, тәржемәселәргә мотлаҡ аттестация үтеү тураһында закон проекты ҡабул итергә йыйына.

Һеҙҙең экскурсовод шәп буласаҡҺеҙҙең экскурсовод шәп буласаҡ
Һеҙҙең экскурсовод шәп буласаҡ

“Башҡортостан Республикаһында туристик эшмәкәрлек тураһында”ғы законға үҙгәрештәр индереләсәк. Бөтә Рәсәй буйынса 2022 йылдың 1 июленән экскурсоводтар, гид-тәржемәселәр, инструкторҙар, туристарҙы оҙатып йөрөүселәргә мотлаҡ аттестация үтеү индерелә. Бының өсөн махсус комиссия булдырыла һәм түшкә таға торған айырым идентификация картаһы формаһы раҫланасаҡ.

Аттестаттар ике йылға иҫәпләнгән. Европала, мәҫәлән, экскурсия ойоштороусы һәм алып барыусыларға, тәржемәселәргә күптән етди талаптар ҡуйылған.

Фото: vk.com

Һеҙҙең экскурсовод шәп буласаҡ
Һеҙҙең экскурсовод шәп буласаҡ
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас