

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген боҙоусыларға ҡарата барлығы 2200 административ протокол төҙөлгән. Республика ЮХХДИ-һынан белдереүҙәренсә, юлдарҙа 47 иҫерек водитель тотолған.
Өфөлә инспекторҙар меңгә яҡын автомобилде тикшергән, 140 хоҡуҡ боҙоу асыҡланған, рулдә ултырыусы 19 иҫерек теркәлгән. Был кешеләр аҡылға ултырһа ярай ҙа...
Республика Хөкүмәтендәге бер оператив кәңәшмәлә әйтеүҙәренсә, быйыл 256 иҫерек водитель арҡаһында 54 кеше һәләк булған, 338-е йәрәхәтләнгән.
Фото: "Башинформ".